Йәйғор
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2022, 12:14

Ҡыҙ балалар ҡаҙ йолҡа...

Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында бөгөн ҡаҙ өмәһе гөрләне. Уңғандар Нурия һәм Ришат Иҙрисовтар 30 ҡаҙ үҫтергәндәр. Эҫкерт-эҫкерт бесән әҙерләнгән, ихаталарында мал-тыуар ҙа бик ишле күренә.

Ҡыҙ балалар ҡаҙ йолҡа...
Ҡыҙ балалар ҡаҙ йолҡа...

Оса аҡ мамыҡ ҡына

Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында бөгөн ҡаҙ өмәһе гөрләне. Уңғандар Нурия һәм Ришат Иҙрисовтар 30 ҡаҙ үҫтергәндәр. Эҫкерт-эҫкерт бесән әҙерләнгән, ихаталарында мал-тыуар ҙа бик ишле күренә.

– Һуғым өмәһенә лә саҡырырҙар әле, – ти ҡаҙ йолҡҡан еңгәйҙәр.

Балалары ла бик егәрле, береһе мунса яға, икенсеһе мал эсерә – эш етерлек. Бәләкәй ейәнсәрҙәре лә эшкә яраған, өмәселәр янына инеп, йөнгә буталып сыға ла, иркен өйҙөң бөтә мөйөшөн бер итеп, ҡаҙ мамығын таратып йүгерә.

Өмәселәр йырлай-йырлай ҡаҙ йолҡа, араларынан бик шаяндары: ҫыйырымды ҫауған ҫайын, ҫигеҙ ҫауыт ҫөт ҫауҙым, – тип Дим һөйләше менән һамаҡлай, күршеһенә ҡабатларға ҡуша. Уйын-көлкө тауышы тышҡа ишетелеп тора. «Фатима» фольклор төркөмө ҡатнашҡан ерҙә эш шәп бара: һәүәҫкәр йырсылар бер – береһе уҙыша-уҙыша таҡмаҡ әйтә, йыр-бейеү ҙә туҡтамай.

Уңғандар тиҙ арала ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эс-баштары алып, таҙалап та ҡуйҙы. Ул арала хужабикәнең белене бешеп, самауыры ла ҡайнап сыҡты. Өмәселәр сәй эсеп, ҡаҙ майы менән майланған белен менән һыйланғас, Дим йылғаһына ҡаҙ сайҡарға йыйынды.

Өмә икәнен ишеткән ҡурайсы менән гармунсы егет тә килеп еткәндәр. «Фатима»ларға шул ғына кәрәк. Ҫаҡалдарын тағып, француз яулыҡтарын ябынып, «Ритайым»ға төшөп тә киттеләр. «Парлы бейеү», «Бишле бейеү», «Эйәртеш бейеү» – бейелмәгән бейеү, уйналмаған уйын ҡалманы шикелле. Ҡаҙ ҡаурыйы ҡыҙҙырырға ла өлгөрҙөләр, иң күп ҡаурый һыҙҙырған өмәсе – Лена Кандароваға хужабикә – Нурия Әхнәф ҡыҙы мендәр бүләк итте.

Аллы-гөллө көйәнтәләргә ҡаҙҙар эленде, ҡыр ҡаҙҙарын хәтерләткән бер төркөм өмәселәр йылғаға ҡаҙ сайҡарға йүнәлде. Алдан барған ҡыҙ бала һыҙҙырылған ҡаурыйҙы юл буйлап һибәләне.

– Киләһе йылда ла ҡаҙҙар күпләп үҫһен, ошо юл буйлап һыуға төшһөн, ҡаңғылдашып өйгә ҡайтһын, – ти һамаҡлай уның артынан килеүсе Лия инәй.

Өмә инде Дим буйына күсте, Дим буйҙарын ҡурай моңо, гармун тауышы яңғыратты. Йырлай-йырлай ҡаҙ сайҡау – борондан ҡалған йолаларыбыҙҙың береһе булып ҡала килә. Икенсе өмәгә саҡлы өйҙә йыр-моң, күңел күтәренкелеге, туй, бәпес туйҙарына булһын, тип юраған ата-бабаларыбыҙ. Кейәүгә бирә торған ҡыҙҙары, кәләш әйттерерҙәй улдары булған өйҙә әсәйҙәр һәр саҡ запаста 4-5 ҡаҙ тота торған була

Эш бөткәс, мал-тыуарҙы ҡарағас, өмәселәр ҡаҙ ашына йыйылды. Аят уҡып, ҡаҙ өлөшө менән һыйланып, йырлап-бейеп күңел асты улар. Ата-бабаларҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, онотола барғандарын тергеҙеп, заман менән бергә атлай Түбәнге Хәжәт ауылы халҡы. Еңгәй-килендәрҙе берләштергән «Фатима» фольклор төркөмө был матур йолаларҙы яңынан барлай, йәш быуындарға ла еткереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Етәкселәре Әнисә Әлмөхәмәтова үҙе лә тик тормай, башҡаларға ла ваҡыттарын әрәм-шәрәм итергә бирмәй, файҙалы итеп үткәрергә, кәрәк яҡҡа йүнәлтергә ашыға.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: