Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2022, 11:15

Сәйәхәттән – иҫтәлеккә тәңкә

Үҙ ғүмерендә сәйәхәттәр ҡылырға хыялланмаған һәм сәйәхәт итергә яратмаған кеше һирәктер, моғайын. Бының өсөн әллә нисәмә мең һумдар түгеп сит илгә сығып китергә мөмкин, республика буйлап та юлланырға була. Форсаттан файҙаланған сәйәхәтселәр ҡайһы ергә барһалар ҙа, йөрөгән ерҙәренән туғандары, яҡындары өсөн иҫтәлеккә төрлө сувенирҙар алып ҡайта.  

Сәйәхәттән – иҫтәлеккә тәңкә
Сәйәхәттән – иҫтәлеккә тәңкә

Тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотҡан Благовещен тарихи – тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Людмила Путилова “Партнерлыҡ – Берләштерелгән металлургия компанияһы” социаль – хәйриә проекттары конкурсына "Иҫтәлеккә тәңкә" проектын тәҡдим иткән. Был конкурста еңеп сыҡҡан проект сиктәрендә хәҙер музейға килгән һәр кеше заводҡа ҡағылышлы тәңкәне үҙ ҡулдары менән яһай ала. Бының өсөн автоматик  һуғыу станогы һатып алынған.

Был сувенир тәңкәләр Урал һәм Волга буйы федераль округтарының Бөтә Рәсәй “Туристик сувенир” конкурсы этабының округ шорт – битенә ингән.

Берләштерелгән металлургия компанияһының Благовещен заводы директоры Андрей Доценко әйтеүенсә, Людмила Путилованың был проекты аша беҙҙең ҡалаға һәм заводҡа килеүселәрҙе цехтарҙа сәйәхәттә көтөп ҡалабыҙ. Оҫталар ҡулында тонналаған уттай ҡыҙған тимер реаль аҙыҡҡа әйләнгәнен күргән уҡыусылар, студенттар, балговещендар һәм ҡунаҡтар беҙҙең предприятиенан иҫтәлеккә тәңкә алып ҡайтыуы бик мәслихәт. Киләсәктә ошондай эштәр менән күп кешеләрҙе завод, ҡала – район тарихына ла  йәлеп итәсәкбеҙ. 

Сәйәхәттән – иҫтәлеккә тәңкә
Сәйәхәттән – иҫтәлеккә тәңкә
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: