Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2023, 10:57

Халыҡ батыр улын онотмай

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология белеме һәм культура-ара коммуникациялар  институтының 4-се курс студенты Илена Тойгильдина иң тырыш, иң әүҙем, иң алдынғыларҙың береһе.

Халыҡ батыр улын онотмай
Халыҡ батыр улын онотмай

Лекцияларға даими йөрөгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған был ҡыҙ күп сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй.Тыуған ҡалаһы – Благовещен ҡала мәҙәниәт һарайының “Онгырйук” мари халыҡ фольклор, “Хочу петь” вокал ансамблдәрендә сығыш яһаған Илена университетта үткән сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә.

27 ғинуар Холокост ҡорбандарын һәм Ленинград һаҡлаусыларын иҫкә алыу көнөндә үниверситетта үткән хәтер дәресендә лә Илена Тойгильдинаның сығышы йөкмәткеле булды.   

-Холокост фажиғәһе башҡа бер ҡасан да ҡабатланырға тейеш түгел. Киләсәк быуын быны белергә, хәтерендә тоторға һәм уның ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа тейеш. Холокосты, Ленинград һаҡлаусыларын, Бөйөк Ватан һуғышын онотмау – беҙҙең элекке һәм киләсәк быуын алдындағы әхлаҡи бурысыбыҙ,- тине И.Тойгильдина.   

Студенттар алдындағы сығышында ул партизан Николай Киселев етәкселегендәге ҡасаҡтар отрядының дошман баҫып алған Белоруссиянан фронт һыҙығына сығыуы тураһында бәйән итте. Мәғлүм булыуынса, Благовещен районының Богородский ауылында тыуып үҫкән Николай Киселев – 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройы, совет офицеры, белорус партизаны. Алтмыш йылдан ашыу йәмәғәтселек һуғыш йылдарындағы уның үҙенсәлекле хәрби операцияһы тураһында бер нәмә лә белмәй йәшәгән. Йылдар үткәс кенә уның 1942 йылда 218 йәһүдте һәләк булыуҙан ҡотҡарып ҡалыуы асыҡланған.

Благовещен ҡалаһындағы Николай Киселев исемен йөрөткән паркта уға һәйкәл асылған. Тыуған ауылындағы мәктәп тә Николай Киселев исеменә лайыҡ. 2008 йылда ҡаһарманлығы тураһында “Киселев исемлеге” тигән документаль фильм төшөрөлгән, Валерий Чернышовтың “Партизан Киселев тураһындағы повесть” (“Повесть о партизане Киселеве”) китабы ла баҫылған. Башҡортостандың Милли музейында уның миҙалы һаҡлана. Мәскәүҙең Яңы Арбатындағы сквер Николай Киселев исемен йөрөтә. Израилдәге Ядва Шем институты тарафынан яҡташыбыҙға “Донъя халыҡтарына тоғро шәхес” исеме бирелгән.

Халыҡ күңелендә мәңге тере шәхес булып ҡалған Николай Киселев хаҡында хәтирәләр һәр саҡ күңелдә йәшәр.

Халыҡ батыр улын онотмай
Халыҡ батыр улын онотмай
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: