Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2023, 11:50

Изгелек ерҙә ятмай...

Өфө районының Ҡыҙылъяр ауыл хакимиәтенә ҡараған Тәжрибә хужалығы ауылында йәшәгән эшҡыуар Руслан Ғәлиев  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һигеҙ яҡташының ғаиләләренә аҡсалата ярҙам иткән.

Изгелек ерҙә ятмай...
Изгелек ерҙә ятмай...

Сирек быуат ошо ауылда йәшәгән Руслан Эдуард улы сит кешенең ҡайғы-хәсрәтен үҙенекеләй яҡын ҡабул итеп, мохтаждарҙы ярҙамынан ташламай.  Йорт-ҡураһы янған ауылдаштарына матди яҡтан булышһа, ә ауылындағы Үҙәк урамға үҙ иҫәбенә таш та түшәткән. Эшҡыуарҙың ярҙам иткән теҙмәһендә Ҡомлокүл мәсетенә һәм Ҡыҙылъярҙағы сиркәүгә һыу торбалары үткәрелеүен әйтеп китеү ҙә урынлы булыр. Эшҡыуар Руслан Ғәлиевтың хәйриә эшмәкәрлегендә иң мөһиме - кешеләргә ярҙамға әҙер булыуы һәм уларҙың ауырлыҡтарына битараф булмауы ҡыуандыра.

Райондың Урыҫ-Юрмашы мәктәбе уҡыусылары, тимур командаһы ағзалары ла мобилизацияға алынған хәрбиҙең ғаиләһенә ярҙамға барған. Эште еренә еткереп үтәргә өйрәнгән тимурсылар ауыл хакимиәте тарафынан был ғаиләгә бирелгән утынды ташып өйгән. Шаяра-көлөшә эшләгән уңған егеттәр өсөн ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп киткән.

Изге һәм әһәмиәтле ғәмәлдә берләшеү идеяһы менән тимурсылар командаһына тупланған уҡыусылар һәр ваҡыт шулай әүҙем һәм ярҙамсыл булып ҡалһын. Бындай күмәк өмәләр уҡыусылар өсөн үк үҙе тәрбиә бирә, уларҙы берләштерә һәм изгелек ҡылырға өйрәтә.

Изгелек ерҙә ятмай...
Изгелек ерҙә ятмай...
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: