Йәйғор
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2023, 10:30

Яңы офоҡтар асыла

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы” тип иғлан иткәндә ошондай һүҙҙәр әйткәйне: “Һәр кемдең тамырҙары менән бәйләнеше, тыуған төйәге өсөн ниндәйҙер яҡшы әйбер эшләү теләге бар.

Яңы офоҡтар асыла
Яңы офоҡтар асыла

Күҙ алдына килтерегеҙ әле: кемдер - күберәк, кемдер – аҙыраҡ, ләкин бөтәбеҙ ҙә йәнтөйәгебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ.” Быйылғы йыл маҡсаттары республикала ике йыл элек ҡабул ителгән “Атайсал – кесе Ватан” проектының дауамы һымаҡ булып тора. Хәҙер илһөйәрҙәр өсөн яңы офоҡтар һәм мөмкинлектәр асыла.

Башҡа райондарҙағы кеүек Нуриманда ла яҡташтары өсөн мәрхәмәтлек ҡылыусылар бихисап. Мәҫәлән, Яңы Бүрес ауылы мәсетен төҙөкләндереүгә күп көс һалған Алфред Сәйҙелов, Бәләкәй Теңкәш ауылында яңы иман йортон төҙөү эштәре башында торған Нәүфәл Фәйзуллин, Имтиәз ауылының элекке урынын хозур төбәккә әйләндергән бер туған Әлмирә һәм Мансур Кәримовтар. Һанай китһәң, бындай яҡташтарыбыҙ күп. Район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов “Атайсал – кесе Ватан” проекты буйынса илленән ашыу мәрхәмәтлелек акцияһы тормошҡа ашырылыуы хаҡында белдергәйне.

 Тыуған төйәге өсөн һәр кем ҡулынан килерҙәй эш башҡара ала. Иң тәүҙә үҙ йортобоҙҙо, ихатабыҙҙы гөл баҡсаһы итәйек, кешеләрҙе дәртләндереп, өлгө булып ултырһын. Милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы Әхмәт ағай Сөләймәнов  һәр эшләгән эшебеҙ фольклор булһын, тигәнерәк фекер әйткәйне. Хеҙмәт емешебеҙ, тимәк, бер көнлөк кенә булырға тейеш түгел.

Яңы офоҡтар асыла
Яңы офоҡтар асыла
Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: