Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2023, 13:58

Балауыҙ етештерелә

Өфө районында эшләй башлаған «Урал» компанияһы бал ҡорто балауыҙы етештерә башланы

Балауыҙ етештерелә
Балауыҙ етештерелә

Өфө районында эшләй башлаған «Урал» компанияһы бал ҡорто балауыҙы етештерә башланы.

Был продукция фармацевтика сәнәғәтендә, ауыл хужалығында талап ителеүе менән билдәле. Мәҫәлән, бындай балауыҙҙан улар дарыуҙар тиресәһен эшләй, оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн уның менән емеш-еләктәрҙе лә ҡаплайҙар.
Тулы ҡеүәтенә эшләгән осраҡта был предприятие сәғәтенә 500 килограмға тиклем балауыҙ, айына 30-50 тонна гранула сығара аласаҡ. Беҙҙең умартасылыҡ хужалыҡтарын сеймал менән тәьмин итеү мөмкинселеге лә бар.
Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм ауыл хужалығы министрлыҡтары яңы производство булдырыуҙы хупланы. 2021 йылда предприятие республиканың сәнәғәтте үҫтереү Фондынан ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн льготалы займ - 13 миллион һум аҡса отҡан. Был «Урал» компанияһы етештергән берҙән-бер генә продукция түгел. Шулай уҡ бында дауалау һәм декоратив косметика, биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләр ҙә эшләйҙәр.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: