Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2023, 09:17

Изге ғәмәлдәр айы - Рамаҙан

Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъяр халҡының һаны буйынса сағыштырмаса ҙур түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан,  бында дүрт мәсет эшләп килә. Ауылдың төрлө урындарынан аҙан тауыштары яңғырай, был илаһи моң яҡын – тирәлә урынлашҡан ауылдарға ла тарала

Изге ғәмәлдәр айы - Рамаҙан
Изге ғәмәлдәр айы - Рамаҙан

Беҙҙең быуындың баласағы атеизмдың гөрләп сәскә атҡан осорона тура килде. Ваҡытында октябрят та, пионер ҙа, комсомол да булдыҡ. Юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар атеизм предметы буйынса имтихан да  тапшыра ине. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе партия буласаҡ коммунизм төҙөүселәре итеп тәрбиәләргә тырышты, Алла урынына В.И. Ленин исеме йөрөнө.

         Быуаттар буйына халыҡ күңелендә төплө урын алған ислам дине ҡиммәттәрен ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төбө - тамыры менән йолҡоп алып ташлап булмай шул. Беҙҙе өлкәндәр ризыҡ ашауҙы бисмилланан башларға,  Аллаға рәхмәт әйтеп тамамларға өйрәтте. Балаларҙың Рамаҙан айы тамамланыу менән өйҙән – өйгә йөрөп тәмлекәстәр йыйыуы хилаф эш һаналманы. Дөрөҫ, хәҙерге ваҡыттағы кеүек, дин әһелдәре булманы, ә  шулай ҙа ҡөрьәнде яҡшы белгән, намаҙын ҡалдырмаған өлкәндәр булды. “Аллаға шөкөр”, “Алла бирһә”, “Алла ҡушһа” кеүек һүҙбәйләнештәр ауыҙҙан төшмәне. Халҡыбыҙ дини йолаларҙы ла теүәл үтәп барырға тырышты: яҡты донъянан үтеп киткәндәргә йыназа уҡытты, ҡорбан да салдырҙы, әруахтар рухына бағышлап аяттарын да уҡытты, хәйер – саҙаҡа тураһында ла онотманы.

         Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъяр халҡының һаны буйынса сағыштырмаса ҙур түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан,  бында дүрт мәсет эшләп килә. Ауылдың төрлө урындарынан аҙан тауыштары яңғырай, был илаһи моң яҡын – тирәлә урынлашҡан ауылдарға ла тарала. Ғөмүмән, райондың исеме есеменә тап килә. Иман юлын үҙ итеүселәр күп бында. Дин әһелдәренең абруйы ла ҙур.

         Күптән түгел район мәҙәниәт йортонда “Рамаҙан сатыры” исемле күләмле сара үтте. Район халҡын изге Рамаҙан айы уңайы менән хакимиәт башлығы Вилдан Ситдиҡов, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкиле Рифат хәҙрәт Зарипов һәм төбәктең имам – мөхтәсибе Мөхәмәҙислам хәҙрәт Сәлихов тәбрикләне. Кисәлә доғалар уҡылды, урындағы фольклор ансамблдәре сығыш яһаны, балалар өсөн ислам нигеҙҙәре буйынса викторина ойошторолдо. Аҙаҡтан сарала ҡатнашыусылар ифтар ашынан ауыҙ итте. Мәрхәмәтлелек, изгелек рухы менән һуғарылған был кисә Рамаҙан айын ҙурланы.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: