Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2023, 13:22

Башҡортостанда бәлиғ булмаған мотоциклсы сит ил машинаһы менән бәрелешкән

Бынан тыш, туғыҙынсы класс уҡыусыһының водитель таныҡлығы ла булмаған

Башҡортостанда бәлиғ булмаған мотоциклсы сит ил машинаһы менән бәрелешкән
Башҡортостанда бәлиғ булмаған мотоциклсы сит ил машинаһы менән бәрелешкән

25 апрелдә 22.00 сәғәт тирәһендә Благовещен районының Бедеева Поляна ауылында 15 йәшлек мотоциклсы «Тойота Камри» автомобиле менән бәрелешә.
ЮХХДИ-ның Благовещен бүлеге инспекторы мәғлүмәте буйынса, уҡыусы алда хәрәкәт иткән транспорт сараһына тиклем хәүефһеҙ араны һәм кәрәкле интервалды үтәмәү арҡаһында ошондай фажиғәгә юлыҡҡан.
Бынан тыш, туғыҙынсы класс уҡыусыһының водитель таныҡлығы ла булмаған. Мотоциклсы төрлө йәрәхәттәр алған. 44 йәшлек водитель зыян күрмәгән. Әле тикшереү бара.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: