Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2023, 10:25

Салауат Фәрхетдинов экологик яҡтан таҙа продукция етештерә

Благовещендағы шәхси эшҡыуар Салауат Мәғсүм улын Фәрхетдиновтың экологик яҡтан таҙа һөт аҙыҡтары эшкәртеү цехы барлығын белмәгәндәр һирәктер.

Салауат Фәрхетдинов экологик яҡтан таҙа продукция етештерә
Салауат Фәрхетдинов экологик яҡтан таҙа продукция етештерә

Благовещендағы шәхси эшҡыуар Салауат Мәғсүм улын Фәрхетдиновтың экологик яҡтан таҙа һөт аҙыҡтары эшкәртеү цехы барлығын белмәгәндәр һирәктер. Был эштең башында торған егәрле, һәр яңы башланғысҡа етди тотонған Мәғсүм Макбул улы Салауатты эшҡыуарлыҡҡа өйрәтеп, үҙҙәренең ғаилә бизнесын артабан да дауам итергә ҙур көс һалды.

Кәзә үрсетеү һәм һөт продукцияһы етештереү Фәрхетдиновтарҙың  ғаилә бизнесы, улар был эш менән 16 йылдан ашыу шөғөлләнә. Айырыуса кәзә һөтөнән «Батыр» ҡымыҙ эсемлеге  һорау ҙур, уны ул үҙ цехында етештерә һәм районыбыҙҙың дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларына оҙата. Кәзә һөтөнөң файҙаһы тураһында, бигерәк тә бәләкәй йәштәге балалар һәм үпкә-тын алыу системаһы ауырыуҙары менән сирләгән кешеләр өсөн, боронғо замандарҙан билдәле.

Билдәле фермер үҙ хужалығында 255 кәзә һәм 20 баш эре мөгөҙлө мал аҫырай. Етештерелгән сей һөттән пастеризацияланған кәзә һәм һыйыр һөтөнән «Аҡ алтын», Адыгей сырҙары , «Батыр» ҡымыҙ эсемлеге, ауыл ҡаймағы һәм эремсек әҙерләйҙәр. Әҙер продукция 0,5 һәм 1,0 литрлыҡ баллондарға ҡойола. Бөтә продукция гостҡа тап килә, улар тейешле сертификаттарға эйә.

Хужалыҡ тәүлегенә уртаса 380 литр кәзә, 320 литр ҡымыҙ эсемлеге, 810 кг эремсек һәм 1415 кг ҡаймаҡ етештерә. 2022 йылда 140 тонна кәзә һөтө, 120 тонна “Батыр” ҡымыҙ эсемлеге етештерелеп һатылған. Кәзә фермаһының тәмле, тәбиғи һәм, иң мөһиме, бик файҙалы продукцияһы Благовещен районы халҡында һәм унан ситтә лә күптән ҙур һорау менән файҙаланыла. Ҡалабыҙҙа уны бәләкәй баҙар биләмәһендәге киосктарҙа һатып алырға мөмкин.

Салауат Фәрхетдинов экологик яҡтан таҙа продукция етештерә
Салауат Фәрхетдинов экологик яҡтан таҙа продукция етештерә
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: