Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2023, 09:10

Батырҙар онотолмай

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ростов Донда йәшәүсе яҡташыбыҙ – подполковник Мәхмүт Сәлимов мәктәп коллективы менән берлектә республикабыҙҙан барған Юлдаш Йосопов, Илнур Әюпов, Светлана Ибәтуллина менән осрашты

Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай

Ростов өлкәһе Обливский районының Солонецкий дөйөм белем биреү мәктәбе Рәсәй геройы, яҡташыбыҙ генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә. Мәктәп уҡыусылары 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм генерал Шайморатовтың батырлығы тураһында яҡшы беләләр.

Башҡортостан делегацияһы был яҡтарҙа хөрмәтле ҡунаҡтарҙың иң ҡәҙерлеһе һанала. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ростов Донда йәшәүсе яҡташыбыҙ – подполковник Мәхмүт Сәлимов мәктәп коллективы менән берлектә республикабыҙҙан барған Юлдаш Йосопов, Илнур Әюпов, Светлана Ибәтуллина менән осрашты. Ҡунаҡтар мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһаны, китаптар һәм стенд бүләк итте. Осрашыу патриотик рухта барҙы. Делегация Ростов Дондағы, Краснодар, Ҡырымда дауаланыусы, махсус операцияла ҡатнашҡан яралы яугирҙарға гуманитар ярҙам менән килгәйне, тип хәбәр итте Мәхмүт Сәлимов.

Читайте нас: