Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Март 2023, 07:57

Шамонин уҡытыусылары - "Маладис!"

Өфө районының Шамонин ауыл мәктәбе уҡытыусылары Украиналағы махсус хәрби операцияла  ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәр өсөн татлы күстәнәс - сәк-сәк әҙерләп ебәрҙе. Рус Юрмашы ауыл биләмәһе ирекмәндәре 100 контейнер тәмлекәсте алғы һыҙатҡа юлланған гуманитар конвойға тапшырҙы.

-Халҡыбыҙҙың  милли ризығы булған сәк-сәкте ҡулына алып, тәмләйәсәк Башҡортостан егеттәре Шамонин апай-ҡыҙҙарының хәстәрлекле ҡулдары йылыһын тойор һәм тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ тигән йөрәк теләктәрен дә ҡабул итер. Оло һөйөү  менән Башҡортостандан ебәрелгән татлы ла, затлы ла күстәнәс беҙҙең яҡташтарҙы ҡыуандырып, уларҙың кәйефен күтәрһен һәм күңелдәрен йылытһын! – ти ауылдың береһенән береһе гүзәлерәк һәм сибәрерәк ҡатын-ҡыҙҙары.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: