Йәйғор
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Март 2023, 08:18

Ҡылған изгелектәр онотолмай

Благовещендар Иҫке Илек ауылынан шәхси эшҡыуар Илдар Әйүповтың  проектҡа индергән өлөшөн иң әһәмиәтлеләрҙән тип атаны. Украинала махсус хәрби операцияла  ҡатнашҡан яҡташтарына “УАЗ – Патриот” автомобилен һатып алып, уны яу яландарына тиклем исемле төргәктәр менән  оҙата барған Илдар Салауат улының исеме киң билдәле һәм бик маҡтаулы

Ҡылған изгелектәр онотолмай
Ҡылған изгелектәр онотолмай

Дүртөйлө ҡалаһында үткән «Кесе ватаным - Атайсал» дүртенсе зона форумына Башҡортостандың 10 муниципалитеты: Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко һәм Яңауыл райондары вәкилдәре йыйылды. Сара күргәҙмәләрҙән башланды, унда ҡатнашыусылар араһында булған благовещендар ҙа үҙ биләмәләрендә тормошҡа ашырылған әһәмиәтле проекттар менән таныштырҙы.  

 Зона форумындағы бер нисә майҙансыҡта яҡташтарҙы берләштереүҙең әһәмиәте, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары, урында булған брендтарҙы күтәреү, ҡала - райондарҙың танылыу яулауы һәм туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Йәнле үткән форум тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ғына булып ҡалманы. Унда район-ҡалаларҙан йыйылып килгән халыҡты изге эштәр берләштерҙе, улар күршеләр менән дуҫлашты, кәңәш-төңәш итте, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашты. 

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙ сығышында халыҡтың кәрәкле һәм файҙалы эштәр аша берләшеп йәшәүен проекттың төп бурысы тип билдәләне. 2023 йылда иғлан ителгән Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы асылда “Атайсал” проектының дауамы ул. Ике йыл эсендә «Атайсал» сайтында дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумлыҡ 16 меңдән ашыу ғариза теркәлеүе мәғлүм. Барса ошо телгә алынған лайыҡлы эштәрҙе ғәмәлгә ашырыуға 900 миллион һум аҡса һәм 4 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Башҡортостанда йәшәүселәр йышыраҡ шишмә-зыяраттарҙы, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәлдәрен төҙөкләндерә, ғибәҙәтханалар, хоккей ҡумтаһы, мәсеттәр төҙөй, мәҙәниәт йорто-мәктәптәрҙе ремонтлай, спортсыларҙы кейемдәр менән тәьмин итә, урамдарҙа балалар майҙансыҡтары урынлаштыра.  

Әлеге проектта ҡатнашыусы Благовещен районында ла үҙҙәренең бәләкәй ватанын, ауылдарын, мәктәптәрен, үҫкән, тәрбиәләнгән урындарын яратҡан кешеләр йәшәй. Һуңғы ике йылда төрлө сетерекле хәлдәргә битараф булмаған ҡырҡлап кеше “Атайсал”  проектын  тормошҡа ашырырға мөмкинлек тапты.   

Благовещендар Иҫке Илек ауылынан шәхси эшҡыуар Илдар Әйүповтың  проектҡа индергән өлөшөн иң әһәмиәтлеләрҙән тип атаны. Украинала махсус хәрби операцияла  ҡатнашҡан яҡташтарына “УАЗ – Патриот” автомобилен һатып алып, уны яу яландарына тиклем исемле төргәктәр менән  оҙата барған Илдар Салауат улының исеме киң билдәле һәм бик маҡтаулы.  Ауыл хакимиәте башлығы Динар Батыршин әйтеүенсә, оло йөрәкле, хәстәрлекле Илдар Әйүповтың ярҙамы менән мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, спорт майҙансыҡтары кәртәләп алынған. Ниндәй генә ярҙам кәрәкһә лә, ауыл эшҡыуарына үтенес менән барабыҙ. Ул ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙарта, спорт майҙансығына ҡом түшәтте, сүп-сар һауыттарына ҡаптастар ҙа һатып алып бирҙе.

Илдар Әйүповҡа барыһы ла рәхмәтле: ауылдаштары, яуҙағы яҡташтары, ауыл, район етәкселеге ул ҡылған изгелектәрҙе онотмай.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: