Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2021, 19:28

Иҫәп алыу бара

Благовещен районының Удельно -Дыуанай ауылы халҡы ла был мөһим саранан ситтә ҡалманы.

Иҫәп алыу бара
Иҫәп алыу бара

Үткән аҙнала илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына старт бирелде. Ул 14 ноябргә тиклем дауам итә. 15 октябрҙән был сараға Благовещены районы һәм ҡалаһы ла дәррәү ҡушылды.

Благовещен районының Удельно -Дыуанай ауылы халҡы ла был мөһим саранан ситтә ҡалманы.

-Беҙҙең ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа адрестар буйлап йөрөй башланыҡ. Һәр өйҙә был масштаблы сараның кәрәклеген иҫәпкә алып, ауыл халҡы программалағы 33 һорауға тулы яуап бирә. Теләгәндәр 8 ноябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша ала. Бер кешегә һорау биреүгә бары 10-20 минут ваҡыт китә. Иҫәп алыуҙа14 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала, шулай уҡ ғаиләнән бер генә кешенең яуап биреүе мөмкин. Анкетала исем-шәриф, тыуған йыл, йәшәү урыны, милләте тураһында мәғлүмәт, ғаилә ағзалары һанын белешеүҙән тыш, килем, йорт-хужалыҡ һәм тормош шарттарына ҡағылышлы һорауҙар тупланған,- тип һөйләне иҫәп алыусы Екатерина Сергеевна Чистякова.

Иҫәп алыу бара
Иҫәп алыу бара
Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: