Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2021, 15:00

Нуриман урмансылары бүләкләнде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының  рәхмәт хаттарына лайыҡ булған Нуриман урмансылары Әфғәт Латипов, Руслан Морҙаҡаев, Әхәт Хәйруллиндар ошондай сетерекле хәлдә республика халҡына оло ярҙам күрһәтә алыуынан бик ҡәнәғәт.

Нуриман урмансылары бүләкләнде
Нуриман урмансылары бүләкләнде

Республиканың Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Благовар, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм үҙҙәре йәшәгән Нуриман райондарында  йыл дауамында булған урман янғындарын һүндереүселәргә оло ярҙам иткән урмансыларҙың  фиҙакәр хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Бик етди тәбиғәт хәүефе алдында ҡалған республика урмандарын, ауыл-райондарҙағы тораҡ пункттарҙы ҡурсалау, ауыр эҙемтәләр килтермәү маҡсатынан барса Башҡортостандың янғын һүндереүселәре лә, урмансылары ла үҙенең һөнәри бурысын берҙәм атҡарып сыға алды. Шундай ауыр минуттарҙа уларға ҡушылған Нуриман районы урмансылары ла янғындарҙың ҙур күләмле статус алыуына юл ҡуйманы. Янғын менән көрәшкә  янғын һүндереүселәр генә түгел, ябай халыҡ та күтәрелде. Шулай итеп, был ҡурҡыныс хәл тик берҙәм эш итеү менән генә еңеп сыға алынды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының  рәхмәт хаттарына лайыҡ булған Нуриман урмансылары Әфғәт Латипов, Руслан Морҙаҡаев, Әхәт Хәйруллиндар ошондай сетерекле хәлдә республика халҡына оло ярҙам күрһәтә алыуынан бик ҡәнәғәт.

Нуриман урмансылары бүләкләнде
Нуриман урмансылары бүләкләнде
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: