Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2021, 17:29

Прививка яһатҡандар Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә ташлама алырға мөмкин

«Бындай программа республика халҡына вакцина яһатыуға өҫтәмә мотивация булдырыу өсөн уҙғарыла. Сауҙа тармағының ситтә ҡалмайынса, ошондай башланғыс менән сығыуы бик ҡыуаныслы», – тип билдәләне республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Прививка яһатҡандар Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә ташлама алырға мөмкин
Прививка яһатҡандар Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә ташлама алырға мөмкин

1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Өфөнөң сауҙа үҙәктәре прививка эшләткән граждандарҙы өҫтәмә дәртләндереү өсөн «Беҙ бергә» тигән акция ойоштора, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

«Бындай программа республика халҡына вакцина яһатыуға өҫтәмә мотивация булдырыу өсөн уҙғарыла. Сауҙа тармағының ситтә ҡалмайынса, ошондай башланғыс менән сығыуы бик ҡыуаныслы», – тип билдәләне республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Проектты ойоштороусылар: «МЕГА Өфө», «Планета», «Ҡунаҡһарай», «Галерея ART», «СемьЯ», «Үҙәк», «Ирәмәл», «Простор», «Өфө» универмагы. Ҡатнашыусылар исемлеге тулыландырыла.

Акция www.ВместеУфа.рф порталы аша ғәмәлгә ашырыла, унда бөтә ташламаларҙың тәҡдимдәре урынлаштырыла.

Ташламалар алыу һәм бүләк уйнатыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн вакцинация үткән кешегә порталда теркәлергә, анкета тултырырға һәм прививка тураһында сертификаттан QR-кодтың үҙенсәлекле сканын индерергә кәрәк.

Порталда теләһә ҡайһы урында теркәлергә мөмкин, шул иҫәптән вакцинация пункттарында. Унда прививка яһатҡандарға акция тураһындағы мәғлүмәт менән промо-буклет таратыла. Порталда теркәлеү өсөн системаға QR-кодты индерергә һәм шәхси телефон номерын күрһәтергә кәрәк.

Аҙна һайын теркәлгән ҡатнашыусылар араһында төрлө ҡиммәтле приздар (көнкүреш техникаһы, гаджеттар, 100 мең һумлыҡ бүләк карталары, биш Apple (iPhone 13) смартфоны, көн дә аквапарк, кинотеатр, ресторандарға, сауҙа үҙәктәренә саҡырыу ҡағыҙҙары, шулай уҡ ҡуртымға биреүселәрҙән ташламалар һәм сертификаттар уйнатыла.

«Бизнес әлеге хәлде аңлай һәм социаль яуаплы булырға әҙер, шуға күрә аңлы граждандарға бүләктәр, ташламалар аша рәхмәт белдерергә хәл итте», – тине «Аркада» ойошмаһының («Ҡунаҡһарай», «Өфө» универмагы) генераль директоры Маргарита Сутюшева.

Бүләк уйнатыу www.ВместеУфа.рф сайтында онлайн үткәрелә.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: