Йәйғор
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2021, 09:46

Һалдат килде мәктәпкә

2017 йылда Ҡомлокүл мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлаған егет киләсәктә ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышларға уйлай. Армия хеҙмәтен  маҡтаулы үткән Зиннур артабан контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыу өсөн бер йылға килешеү ҙә төҙөгән.

Һалдат килде мәктәпкә
Һалдат килде мәктәпкә

Былтыр йәштәштәре менән армияға алынып, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә хеҙмәт иткән һалдаттар араһынан тыуған яғы – Өфө районының Ҡомлокүл ауылына әйләнеп ҡайтҡан Зиннур Шәйәхмәтовты яҡындары һағынып көтөп алды.

2017 йылда Ҡомлокүл мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлаған егет киләсәктә ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышларға уйлай. Армия хеҙмәтен  маҡтаулы үткән Зиннур артабан контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыу өсөн бер йылға килешеү ҙә төҙөгән.

– Хәрби бурысымды яҡшы ғына итеп үтәп, тыуған Башҡортостаныма имен-аман ҡайтып еттем. Нимә әйтер инем: үҙе өҫтөндә эшләргә теләгәндәргә, мәҫәлән, физик әҙерлеген яҡшыртырға, командирҙарҙан нимәгәлер өйрәнергә ынтылған егеттәргә армия сафында хеҙмәт итеү оҡшай, ниндәй маҡсатҡа ынтылһалар, шуға ирешергә була. Армия хеҙмәтемдән мин үҙем дә бик ҡәнәғәтмен. Үҙен хөрмәт иткән һәр егет ошо мәктәпте үтергә тейеш. Хеҙмәт итеп ҡайтҡан ир-егет патриотик рухлы, ҡыйыу һәм тәүәккәл була. Һеҙ ҙә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәт итеп, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә тейешһегеҙ, – тип һөйләне ул мәктәптә өлкән класс уҡыусылары менән осрашыу барышында.

         Мәктәбенә, уҡытыусыларына рәхмәтле булған Зиннур Шәйәхмәтов хеҙмәт итеү ваҡытын тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтып төшөү шатлығын ҡысҡырып әйтмәһә лә, шатлығы, бер аҙ тулҡынланыуы уның йөҙөнә сыҡҡан. Тормошоноң яуаплы бер осоро тамамланып, яңыһына аяҡ баҫа ул. Юлы уң булып, теләктәре бойомға ашһын!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: