Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 10:00

Тормошто изгелек йәмләй

Өфө районының А.Алымов исемендәге Михайловка ауыл мәктәбе уҡыусылары мәрхәмәтлек сараһы «Үҙәк» социаль ярҙам күрһәтеү ойошмаһы башланғысында ойошторолған хәйриә акцияһына ҡушылды.

Тормошто изгелек йәмләй
Тормошто изгелек йәмләй

Өфө районының А.Алымов исемендәге Михайловка ауыл мәктәбе уҡыусылары мәрхәмәтлек сараһы «Үҙәк» социаль ярҙам күрһәтеү ойошмаһы башланғысында ойошторолған хәйриә акцияһына ҡушылды.

Мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре көсө менән йыйылған тоҡтарҙа 5-әр килограмм бәрәңге, дөгө, ҡарабойҙай һәм тары ярмалары. Был мохтаждарға тапшырыласаҡ аҙыҡ-түлек тупланмаһының бер өлөшө генә тәшкил итһә, бынан тыш, уларға шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, көнкүреш химияһы тауарҙары һәм ҡышҡы йылы әйберҙәр тапшыраласаҡ.

Көндәлек тормоштағы кәрәк-яраҡтар «Үҙәк» социаль ярҙам күрһәтеү ойошмаһы келәтенә килтерелеп, ҡағыҙ йәшниктәргә тултырылған. Ит һәм башҡа тиҙ боҙолоусан аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн бинала һыуытҡыс та ҡуйылған. Һуңынан был тауарҙар ярҙамға мохтаж пенсионерҙарға һәм мөмкинлектәре яғынан сикләнгән кешеләргә, айырыуса күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләргә оҙатыласаҡ.

-Изгелек бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмай. Тормошобоҙҙо изгелек ҡылыусылар йәмләй ҙә инде. Мәктәптә ойошторолған хәйриә акцияһына ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең тос өлөшөн индереп, мәрхәмәтлек ҡылып, мохтаждарға ярҙам күрһәтте. Михайловка мәктәбе етәкселеге уларҙың һәр ҡайһыһына айырым-айырым рәхмәттәрен белдерә,- тип һөйләне социаль – педагог Зөлфиә Солтанғолова.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: