+14 °С
Болотло
Благовещен ҡалаһында йәшәгән Рим менән Анна Вәлинуровтар өс малайға атай һәм әсәй булды.
Өс ҡустылы булған Аланды ағай иткән Асҡар, Богдан һәм Мирон Вәлинуровтар ҡышҡы көндәрҙең береһендә яҡындарын бәхетле итеп донъяға ауаз һалды. Кескәйҙәрҙең йәш айырмаһы - ни бары бер минут. Ситтән ҡарағанда сабыйҙар бер төрлө булып күренһәләр ҙә, әсәләре уларҙы тәүге күреүҙән үк айыра, өсөһө өс төрлө, тип билдәләй.
Күтәренке кәйеф менән өйҙәренә ҡайтҡан Вәлинуровтар улдарын һөйөп, яратып туя алмай. Уларҙың дүрт улдарына ла арыҫландай ҡыйыу,батыр, һау-сәләмәт,тәүфиҡлы булып үҫергә яҙһын!