Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2021, 08:46

Аҙналыҡта әүҙем балалар

Благовещен ҡалаһының “Ысыҡҡай” 16-сы балалар баҡсаһында башҡорт теле аҙналығы дауам итә.

Аҙналыҡта әүҙем балалар
Аҙналыҡта әүҙем балалар

Беренсе көндөң девизы: «Башҡорт теле – иманлы тел “ тип аталды. Иманлы кеше ниндәй була? тигән һорау буйынса балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар менән әңгәмә ойошторолдо. Балаларҙы итәғәтле, мәрхәмәтле, аҡыллы, әҙәпле,тәртипле, уҡымышлы, тәүфиҡлы кеше итеп күрергә теләгән тәрбиәселәр уларға иманлы кеше тураһында күп мәғлүмәт бирҙе. Уларҙы мәҡәл-әйтемдәр, әкиәт геройҙары, билдәле шәхестәр аша ла асыуға өлгәште.

Кескәйҙәр Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәренең береһе М. Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән танышты, мәғрифәтсенең шиғырҙарын тыңлап, башҡорт теле тураһында йырҙар ҙа йырланы. Әҙерлек төркөмөнә йөрөгән балалар байрамдан һуң яҡшы кәйефтә ҡалды һәм  үҙҙәре өсөн күп яңылыҡ –белем дә алды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: