Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2022, 12:49

Башҡортостан даны Рәсәй кимәлендә

Мәскәүҙә «Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы — 2021» конкурсы үтте. Туған тел уҡытыусыларының тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу һәм үҙ-ара кәңәшләшеү майҙансығына әүерелгән был сара ун бишенсе тапҡыр уҙғарылды.

Башҡортостан даны Рәсәй кимәлендә
Башҡортостан даны Рәсәй кимәлендә

2021 йылдың декабрь айы аҙағында Мәскәүҙә «Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы — 2021» конкурсы үтте.

Туған тел уҡытыусыларының тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу һәм үҙ-ара кәңәшләшеү майҙансығына әүерелгән был сара ун бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Рәсәйҙең 42 төбәгенән 519 уҡытыусы һәм тәрбиәсе конкурстың ситтән тороп ҡатнашыу этабында тулы әүҙемлек күрһәткән. Беренсе этапты уңышлы үткән 40 бәйгесе конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу мөмкинселегенә эйә тип танылған.

Улар иҫәбендә Башҡортостандан ҡатнашҡан дүрт уҡытыусы араһында Өфө районы Дорогин ауылындағы Советтар Союзы Геройы А.С. Пикунов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Сафетдинова ла бар ине. Республика кимәлендә күптән инде оло ҡаҙаныштарға өлгәшкән Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Башҡортостандың данын Рәсәй кимәлендә лә яҡланы. «Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы — 2021» конкурсында тәжрибәле уҡытыусы II урынға сыҡты.

Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан конкурсҡа йыйылған хеҙмәттәштәре араһында үткән дәрестә уның эш тәжрибәһе, һайлаған һөнәрен яратып башҡарыуы, уҡыусыларға булған оло һөйөүе лә сағылды. Хөрмәтле уҡытыусыны бындай еңеүе менән барыһы ла ихлас күңелдән ҡотлай.

Беҙ ҙә гәзитебеҙҙең дуҫы булған Таңсулпан Рәмил ҡыҙына изге теләктәребеҙҙе юллап, уға артабан да һөнәри уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: