Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2022, 09:15

Бүләккә - телефон

Иглин ауылында йәшәүсе һигеҙ йәшлек Михей Стариковҡа Яңы йыл бүләген Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев тапшырҙы.

Бүләккә - телефон
Бүләккә - телефон

Республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев "Шыршы теләге" акцияһы сиктәрендә Иглинға килде, Стариковтар ғаиләһен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Александр һәм Александра Стариковтарҙың ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Уларҙың иң өлкәне - Михей, Сараға алты йәш, Маркҡа – өс тулған, ә кескенә Максейға 10 ай ғына. Татыу ғаилә баш ҡала ҡунағын бик йылы ҡаршыланы: Яңы йыл костюмдары кигән балалар шыршы тирәләй әйләнде, шиғырҙар һөйләне.

Күп балалы ғаилә үҙ хужалығы менән тора: кәзә, тауыҡ аҫрай, ҙур баҡсала йәшелсә, емеш үҫтерә. Михей - ата-әсәһенә төп ярҙамсы, малай хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә, кесе туғандарын ҡараша. Михейҙың хыялы тормошҡа ашты: ул смартфонлы булды.Ҡунаҡтар бәләкәстәргә тәмлекәстәр ҙә тапшырҙы. Михей тағы ла яҡшыраҡ уҡырға вәғәҙә бирҙе.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: