Йәйғор
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2022, 09:11

Нано Ҡыш бабай дуҫтарын йыйҙы

Күңелле Яңы йыл сараһында ҡатнашыусы балалар мул күстәнәстәр менән һыйланды.

Нано Ҡыш бабай дуҫтарын йыйҙы
Нано Ҡыш бабай дуҫтарын йыйҙы

Иглинда боҙ ҡаласығын асыу тантанаһында фән һәм техника йылына йомғаҡ яһалды. Нанотехнологияларға таянып ҡоролған балалар боҙ майҙансығы Елена Иглина исемендәге ял паркында урынлашкан. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова сәләмләне.

Байрам сиктәрендә райондың иң яҡшы боҙ ҡаласығы конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Охлебинин һәм Аҡбирҙеләр ауыл биләмәләре бүлеште. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата бүләк тапшырылды.

Байрам барышында балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергәләп шыршы тирәләй түңәрәктә әйләнде, йырҙар башҡарҙы.

Яңы йылға арналған байрамда «Нано Ҡыш бабай дуҫтарын йыя» конкурс-фестиваленә йомғаҡ яһалды. Күңелле Яңы йыл сараһында ҡатнашыусы балалар мул күстәнәстәр менән һыйланды.

Нано Ҡыш бабай дуҫтарын йыйҙы
Нано Ҡыш бабай дуҫтарын йыйҙы
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: