Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2022, 17:23

Шағир иҫтәлегенә - шиғриәт байрамы

Билдәле шағир Зиннур Насибуллин ижадына арналған шиғриәт бәйгеһе быйыл “Ихлас” татар мәҙәниәте үҙәгендә онлайн форматта үтте. Райондағы ете мәктәптең нәфис һүҙ оҫталары татар, башҡорт, рус телендә көс һынашты.

Шағир иҫтәлегенә - шиғриәт байрамы
Шағир иҫтәлегенә - шиғриәт байрамы

Билдәле шағир Зиннур Насибуллин ижадына арналған шиғриәт бәйгеһе быйыл “Ихлас” татар мәҙәниәте үҙәгендә онлайн форматта үтте. Райондағы ете мәктәптең нәфис һүҙ оҫталары татар, башҡорт, рус телендә көс һынашты.

          Баһалама ағзалары ҡарары менән Гран - при Ришат Исмәғилев исемендәге Байгилде ауыл лицейының 11-се класс уҡыусыһы Илгизә Ғайсароваға бирелде. Ул ауылдашы, билдәле шағирә Миләүшә Ғилманова ижад иткән “Үктәйемә” исемле шиғыр менән сығыш яһаны.

           Илгизә бала саҡтан шиғриәт менән дуҫ. “Туған тел”, “Тыуған яҡ” республика конкурстарында ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараған ул. Әлеге көндә һәләтле ҡыҙ  “Туҡай моңдары” төбәк шиғырҙар бәйгеһенә әҙерләнә.

Тырыш уҡыусының уңыштарында лицейҙың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәрдәнә Әғзәм ҡыҙы Ибраһимованың да роле ҙур.

- Баланы шиғыр бәйгеһенә әҙерләү бик яуаплы эш, күп көс һәм ваҡыт талап итә. Һәр уҡыусының тауыш үҙенсәлеген, тембрын иҫәпкә алырға кәрәк. Кемдәргәлер лирик әҫәрҙәрҙе һөйләү отошлораҡ, кемдәрҙер юмористик шиғырҙарҙы оҫта башҡара. Илгизә менән эшләүе ауыр түгел, сөнки ул поэзия нескәлектәрен яҡшы белә, үҙе лә шиғырҙар яҙа, - ти педагог.

Фәрдәнә Әғзәм ҡыҙының уҡыусыларынан Айнур Ибраһимов 1-се, Айназ Мәсғүтов 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Һығымта яһап, шуны әйтергә була: йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә шиғриәттең әһәмиәте ҙур.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: