Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2022, 11:52

Музейҙа - район тарихы

Шәфиға Шәрифулла ҡыҙы тарафынан йылдар дауамында тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай.

Музейҙа - район тарихы
Музейҙа - район тарихы

Үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған,  ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡтың тап музей икәнлеген яҡшы аңлаған Шәфиға Аллаярова Өфө районының тарихын туплауға күп көс түккән билдәле кеше.

Шәфиға Шәрифулла ҡыҙы тарафынан йылдар дауамында тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Башта район хакимиәте бинаһында, артабан Михайловка ауылында урынлашҡан Хәрби һәм хеҙмәт даны музейының тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде. Ауылдар тарихында, район кимәлендә яҡты эҙ ҡалдырған билдәле шәхестәрҙең документ, фотоһүрәт, шәхси әйберҙәренә етди иғтибар биргән крайҙы өйрәнеүсе Ш.Аллаярова бар нәмәне лә күҙ уңында тотоп эш иткән. Улар хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр хәҙер һәр йәш быуын вәкилдәренең күңелендә ныҡлы урын алған.

Өфө районы халҡы йөрәгендә фиҙакәр хеҙмәте менән яҡты эҙ ҡалдырған Шәфиға Аллаярова яңыраҡ үҙенең ғүмер байрамы - 80 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров район тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған, оло йөрәкле шәхес, хөрмәтле хеҙмәт ветеранын юбилейы уңайынан ихлас тәбрикләне.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: