Йәйғор
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь , 10:14

"Ҡарға бутҡаһы” дуҫтарын йыйҙы

Ҡыҙылъяр  мәктәбендә Өфө районының татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методик берләшмә ултырышына йыйылды. 

"Ҡарға бутҡаһы” дуҫтарын йыйҙы
"Ҡарға бутҡаһы” дуҫтарын йыйҙы

Ҡыҙылъяр  мәктәбендә Өфө районының татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методик берләшмә ултырышына йыйылды. 

         Мәктәп директоры Гүзәл Зөбәйерова белем усағындағы яңылыҡтар, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лиана Вәзих ҡыҙы Хәйретдинованың эше тураһында һөйләп китте.

         Был абруйлы уҡытыусы 20 йылдан артыҡ мәктәптә эшләй. Ҡыҙылъяр ауыл  мәҙәниәт йортоноң “Йондоҙ” татар фольклор йыр-бейеү ансамбленең солисткаһы булған ханым сценарийҙар яҙа, баянда уйнарға, йырларға, матур милли кейемдәр тегергә ярата. Ул  теккән кейемдәрҙе балалар кейеп, сәхнәлә уйнап, тамашасыны шатландыра.

Быйылғы Мәҙәни мираҫ йылында мәктәптә милли байрам – “Ҡарға бутҡаһы” ойошторолдо. Бөтәһен дә бергә туплаған был сарала ҡарға булып кейенгән балалар был байрамды изге теләктәр менән асып ебәрҙе. Яланда усаҡ яғып, бутҡа бешергән ҡатнашыусылар күмәкләшеп бутҡа ашаны, ергә, һауаға, ҡояшҡа рәхмәт әйтеп, ҡарғаларға ла өлөш сығарҙы. Улар ҡунаҡтарҙы бутҡанан ауыҙ иттерҙе, шишмә һыуынан ҡайнатып сәй ҙә эсерҙе. Йырлы – бейеүле Түбәтәй уйынын кинәнеп уйнаған балалар, мәҡәл – әйтемдәр әйтеп, йомаҡ та систе. Байрамда иң әүҙем булған, туған телдә яҡшы аралашҡан уҡыусыларға, айырыуса Гөлназ Латипова, Марсель Сабуровтарға тиңдәр булманы, ә төрлө ролдәр башҡарған уҡытыусыларҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде.

Сарала ҡатнашҡан район уҡытыусылары байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалды. Уҡыусылар киләсәктә телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмаҫҡа, татарса һөйләшергә, үҙ-ара аралашырға һүҙ бирҙе. Сара Ғ.Туҡайҙың “Туған тел” йыры менән тамамланды.

Автор:Лиана Хәйретдинова, Ҡыҙылъяр мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Читайте нас в