Йәйғор
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь , 09:10

Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән балалар

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Искәндәр Хаматгәрәев менән Валерия Бадаева бер – береһе менән күптән таныш, уларҙы хатта яҡын дуҫтар тиһәк тә, хата булмаҫ

Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән балалар
Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән балалар

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Искәндәр Хаматгәрәев менән Валерия Бадаева бер – береһе менән күптән таныш, уларҙы хатта яҡын дуҫтар тиһәм дә хаталанмам. Икеһе ике мәктәптә уҡыуына ҡарамаҫтан, улар гел аралашып тора, осрашҡанда һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Әсәләренең  бер ойошмала эшләүе лә уларҙы берләштерә. Ваҡыттары булғанда, улар янына эшкә килгән балалар бергә кинәнеп уйнай, һүрәт төшөрә, саф һауала урамда ла йөрөп әйләнә.

М.Киняшов исемендәге 6-сы мәктәптең 3-сө класын яҡшы билдәләргә тамамлаған тырыш, тәүәккәл Искәндәр бокс, акробатика менән етди шөғөлләнә. Һүҙгә бай егет тасуири итеп шиғырҙар уҡый, төрлө конкурстарҙа ла теләп ҡатнаша.

А.Першин исемендәге 4-се мәктәптә икенсе класты маҡтау ҡағыҙы менән тамамлаған Валерияны ла уҡытыусыһы уңған, аҡыллы булғаны өсөн маҡтап бөтә алмай. Һүрәт яһаған, театр студияһында шөғөлләнгән ҡыҙ әсәһенең, өләсәһенең дә оло ярҙамсыһы.

“Дуҫлыҡҡа тап төшмәһен өсөн һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белергә кәрәк. Дуҫыңа вәғәҙә биргәнһең икән — мотлаҡ үтәргә тейешһең. Алдаҡсы дуҫың булғансы, ғәҙел дошманың булһын”, – тип өйрәткән өлкәндәрҙең әйткәненә лә ҡолаҡ һала балалар.

Икеһе ике милләттән -  Искәндәр башҡорт,  Валерия рус  булһа ла, ҡараштары тап килгән балалар киләсәктә лә дуҫ, татыу булыуынан оло кинәнес алып йәшәһен! Дуҫлыҡ юлы өҙөлмәһен өсөн улар бер-береһенә ышанып, иғтибарлы булып, ярҙамлашып  торһон!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в