+15 °С
Болотло
Благовещен райондың Иҙәк ауыл китапханаһы “2022 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” конкурсы еңеүселәре араһында булыуы менән маҡтаулы.
Ошо йәһәттән бирелгән аҡсалата премияға китапхана фонды яңы китаптар менән тулыланды, төҫлө фотоһүрәт баҫтырыу мөмкинлеге булған күп функциялы ҡоролмалы һәм ноутбуклы ла булды. Хәҙер яңынан-яңы эштәр башҡарып, әүҙем китап уҡыусылар өсөн йөкмәткеле саралар үткәрер өсөн шарттар тыуҙырылған.