Йәйғор
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь , 14:03

Олатайҙар батырлығына дан!

Тотошлай илдең, республиканың, ғаиләһенең, нәҫеленең тарихына битараф ҡала алмаған өләсәйле-ейәнле Ғәбитовтар “Минең тоҡомдарым – Ватанды һаҡлаусылар” номинацияһында 1-се урын яуланы.

Олатайҙар батырлығына дан!
Олатайҙар батырлығына дан!

Республиканың Профсоюздар йортонда 1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығына арнап “Минең тоҡомдарым – “төнъяҡ амурҙары” темаһына “Минең шәжәрәм” конкурсындағы фәнни – тикшеренеү эштәренә йомғаҡ яһалды.
Тотошлай илдең, республиканың, ғаиләһенең, нәҫеленең тарихына битараф ҡала алмаған өләсәйле-ейәнле Ғәбитовтар “Минең тоҡомдарым – Ватанды һаҡлаусылар” номинацияһында 1-се урын яуланы. Ҡаланың архитектур-төҙөлөш колледжының 2-се курс студенты Руслан Ғәбитов “Бөйөк Еңеү һалдаты – ҡарт атайыма хат” эше, ә Элфиә Альф ҡыҙы уның етәксеһе булараҡ жюри тарафынан маҡтап билдәләнде.
Патриотик рухта тәрбиәләнгән Руслан, үҙенең нәҫел – нәсәбенең тарихи үткәненә битараф булмауы менән күптәргә ысын миҫал булып тора.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в