Йәйғор
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь , 16:19

Геройҙар – беҙҙең арала

Иглин ауылында йәшәүсе Руслан Хәбиров күптән түгел «Уңыш инсайты» республика фестивалендә еңеүсе булды һәм 50 мең һумлыҡ грант отто. Егет «Эҙәрмәндәр мәктәбе» проекты менән сығыш яһаны. Уның маҡсаты – республика ирекмәндәрен юғалған кешеләрҙе тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында һәм төрлө хәлдәрҙә эҙләргә өйрәтеү

Геройҙар – беҙҙең арала
Геройҙар – беҙҙең арала

Иглин ауылында йәшәүсе Руслан Хәбиров күптән түгел «Уңыш инсайты» республика фестивалендә еңеүсе булды һәм 50 мең һумлыҡ грант отто. Егет «Эҙәрмәндәр мәктәбе» проекты менән сығыш яһаны. Уның маҡсаты – республика ирекмәндәрен юғалған кешеләрҙе тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында һәм төрлө хәлдәрҙә эҙләргә өйрәтеү.

Русландың фекеренсә, ирекмәндәрҙең һанын арттырыу хәбәрһеҙ юғалыусылар һанын кәметәсәк. Проект "Алпамыша» йәштәр үҙәге базаһында тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта ирекмәндәр өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләү эше бара.

Бына алты йыл дауамында Руслан тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ла юғалғандарҙы эҙләргә әҙер, уның телефоны һәр ваҡыт ҡул аҫтында. Беренсе шылтыратыу менән егет ярҙамға ашыға.Уның был изге эш менән шөғөлләнә башлауы ла осраҡлы түгел. Ул «Юғалған балаларҙы эҙләү – Өфө» төбәк ойошмаһының Иглин һәм Нуриман райондары буйынса координаторы булып тора. Егет 100-гә яҡын кешене эҙләүҙә ҡатнаша, уларҙың 80 проценттан ашыуы иҫән-һау табыла.

Нисектер, таныштарының ун өс йәшлек улы юғала. Руслан уны эҙләргә ярҙам итә. Шул ваҡыттан башлап кешеләргә ярҙам итеү теләге менән яна башлай ул. Яҙмыш уны осраҡлы рәүештә  «Юғалған балаларҙы эҙләү – Өфө» төбәк ойошмаһының етәксеһе Павел Нестеров менән таныштыра.

– Тәүҙә мин социаль селтәрҙәрҙә эҙләнгән кешеләр тураһында мәғлүмәттәр тараттым, урамдарҙа иғландар йәбештерҙем, – ти Руслан. – Ә 2018 йылдан үҙем төркөм йыйып, ике район буйынса  юғалғандарҙы эҙләүҙе ойошторам. Эҙләүҙәр гел генә уңышлы тамамланмай, ҡыҙғаныс осраҡтар ҙа була.

Эҙәрмәндәр отряды ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, республика һәм район ирекмәндәре менән берлектә эшләй. Был эштә «Алпамыша» йәштәр үҙәге, район хакимиәте, хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы  ағзалары ла ярҙамға килә. Шулай уҡ ойошма менән «Контраст» студияһы ла хеҙмәттәшлек итә – фотоларҙы, ориентировкаларҙы сығарып бирә.

Руслан Хәбиров – күп һанлы халыҡ-ара, Рәсәй форумдарында ҡатнашыусы, төрлө кимәлдәге конкурстар һәм фестивалдәр призеры, гранттар еңеүсеһе. Хәстәрлекле, ҡайғыртыусан егет балалар йорттарында, лагерь - мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса лекциялар үткәрә. Йәштәр менән осрашыуҙарҙа ла егет үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Әлеге ваҡытта Руслан Иглин районында хәбәрһеҙ юғалған дүрт кешене эҙләү менән шөғөлләнә, уларҙың тере һәм һау-сәләмәт табыласағына ла өмөт итә. Уның уйҙары изге, күңелле киң...

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас в