Йәйғор
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь , 15:31

Сәстәргә сал төшһә лә...

Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә район мәҙәниәт йортонда үткән «Көмөш» ирекмәндәр» форумы үтте

Сәстәргә сал төшһә лә...
Сәстәргә сал төшһә лә...

Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Иглин район мәҙәниәт йортонда үткән «Көмөш» ирекмәндәр» форумы үтте. Уның эшендә Башҡортостан «Көмөш» ирекмәндәр» ойошмаһының кураторы Екатерина Соловьева, район вәкилдәре һәм әүҙем эшмәкәрлек алып барған хаҡлы ялдағылар ҡатнашты.
Районда «көмөш» ирекмәндәр хәрәкәте Флүзә Хәкимова инициативаһы менән барлыҡҡа килә һәм өлкән йәштәгеләр сафы йылдам тулылана башлай. Бөгөнгө көндә улар - төрлө сараларҙа ҡатнаша, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, спорт менән шөғөлләнә. Сал сәсле ағай һәм апайҙарҙы сәнғәткә һөйөү ҙә берләштерә. Форумға саҡырылған ҡунаҡтарға улар сағыу концерт, ҡул эштәре күргәҙмәһен күрһәтте, лайыҡтарға маҡтау ҡағыҙҙары ла тапшырылды.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас в