Йәйғор
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2022, 10:49

Түңәрәктең эше көйлө

Жуков ауылындағы “Уңыш мәктәбе” ндә Динара Шәкүрова етәкселегендәге «Фом-флористика» түңәрәге ике йыл уңышлы эшләй

Түңәрәктең эше көйлө
Түңәрәктең эше көйлө

Жуков ауылындағы “Уңыш мәктәбе” ндә Динара Шәкүрова етәкселегендәге «Фом-флористика» түңәрәге ике йыл уңышлы эшләй. Ижад өсөн күп мөмкинселектәре булған фоамиран инновацион материалынан 5-7 класс уҡыусылары броштар, кулондар, яҡындары өсөн бүләктәр яһау менән мәшғүл.
«Foam» инглиз теленән “күбек” тип тәржемә ителә. Ижад менән шөғөлләнер өсөн уны ирандар нефть аҙыҡтарынан уйлап сығарған. Фоамиран – ул күпертелеп, нәҙек кенә итеп йәйелгән сифатлы резина ҡатламы, еҫһеҙ һәм кеше һаулығы өсөн зарарһыҙ. Түңәрәк эшмәкәрлегендә әүҙем балалар был материалды эшкәртеү өсөн инструменттар һәм ҡорамалдар ҡуллана, уның менән дөрөҫ итеп эшләп тә өйрәнә. Был декоратив күбекле материалдың йомшаҡ, һуҙылыусан, уны төрлө буяуҙар менән буяп булыуы, формаһын юғалтмауы, һыуланмауы балаларға сағыу сәскәләр, уйынсыҡтар, төрлө биҙәүестәр яһарға мөмкинселек бирә. Оҫта ҡуллы балалар фоамирандың тәбиғи тирене алмаштырырҙай мөмкинлектәрен дә асыҡлауға өлгәшкән.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: