Йәйғор
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2022, 10:19

Яҙ хәбәрселәренә бағышлап

Түбәнге Ләмәҙ ауылында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы үтте. Сараны урындағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән мәктәп коллективы берлектә ойошторҙо

Яҙ хәбәрселәренә бағышлап
Яҙ хәбәрселәренә бағышлап

Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта тип иҫәпләгән. Шуның өсөн ҡарҙар иреп, тирә-яҡта ер асыла башлагас, яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан байрам уҙғарғандар. Уның маҡсаты – уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатыу. Шул көндән башлап йыл һайын ҡарғаларҙы һыйлау көнө барлыҡҡа килгән һәм уны «Ҡарға бутҡаһы» тип атай башлағандар. Ул, төрлө үҙенсәлектәр өҫтәлеп, төрлөләнеп, беҙҙең көндәргә ҡәҙәр килеп еткән. 

«Ҡарға бутҡаһы»Түбәнге Ләмәҙҙә һәр йыл һайын үткәрелә. Быйыл да балалар ҙа, өлкәндәр ҙә сараға йыйылды. Бутҡа бешкән арала ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлә спорт ярыштарында көс һынашты: йүгерҙе, һикерҙе, бау тартышты...

Ул арала хуш еҫле бутҡа ла бешеп сыҡты. Бөтәһе лә табын артына йыйылды. Саф һауала бутҡа ла,сәй ҙә бик тәмле булды. Байрамдың сәбәпселәре ҡарғаларға ла бутҡанан өлөш сыҡты.

Яҙ хәбәрселәренә бағышлап
Яҙ хәбәрселәренә бағышлап
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: