Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2022, 11:21

Берҙәм дәүләт имтиханында – иң юғары балл!

Иглиндың 3-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Аделина Носратуллина химиянан берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырҙы

Берҙәм дәүләт имтиханында – иң юғары балл!
Берҙәм дәүләт имтиханында – иң юғары балл!

Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. 26 майҙа үткән һынауҙарҙы 20 уҡыусы иң юғары баллға тапшырҙы. Улар араһында Иглин районынан Аделина Носратуллина ла бар. Әүҙем ҡыҙ химиянан 100 балл йыйҙы.

Аделина мәктәптә уҡыу дәүерендә бөтә предметтарҙан да бары тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Уҡыуҙағы уңыштары өсөн һәр йыл аҙағында маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 2021 йылда Һәләтле ҡыҙ сәнғәт мәктәбен ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Һәр йәй каникул осоронда ул лагерҙа вожатый булып эшләй («Уңыш академияһы» балалар ялы ойошмаһы). Ҡыҙ мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

Аделинаға химия нескәлектәрен Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Ираида Михайловна Кулакова уҡыта. Уның педагогик стажы утыҙ биш йылдан ашыу. Педагогтың уҡыусылары йыл һайын сығарылыш имтихандарында юғары балл йыйа. Сығарылыш уҡыусыларының күпселеге юғары һәм урта медицина уҡыу йорттарында белем ала. Уның уҡыусылары Иглин үҙәк район дауаханаһында ла эшләй. Аделина ла яҙмышын медицина менән бәйләргә хыяллана. Иҫәбе – Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеү.

Бындай тырыш ҡыҙҙың хыялы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ, тип ышанғыһы килә.  

Берҙәм дәүләт имтиханында – иң юғары балл!
Берҙәм дәүләт имтиханында – иң юғары балл!
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: