Йәйғор
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2022, 13:51

Призлы урынға лайыҡ “Позитив”

Өфө районы Михайловка мәҙәниәт йортоноң “Позитив” үҙешмәкәр халыҡ театры Флорид Бүләковтың “Әбейҙәр кейәүгә сыҡты” комедияһын күрһәтеп, 3-сө дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Спектаклдә  Абдулла ролен башҡарған Илмир Йәлиевҡа “Иң яҡшы ир-егет” роле өсөн диплом да бирелде

Призлы урынға лайыҡ “Позитив”
Призлы урынға лайыҡ “Позитив”

Белоретта «Алтын тирмә-2022» милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивале уҙҙы. Быйыл проектта Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 18 ижади коллектив ҡатнашты. Улар араһында Өфө районы Михайловка мәҙәниәт йортоноң “Позитив” үҙешмәкәр халыҡ театры Флорид Бүләковтың “Әбейҙәр кейәүгә сыҡты” комедияһын күрһәтеп, 3-сө дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Спектаклдә  Абдулла ролен башҡарған Илмир Йәлиевҡа “Иң яҡшы ир-егет” роле өсөн диплом да бирелде.

- Театр - тормошобоҙ хаҡында уйланыу, уны анализлау йәһәтенән яҡшы алым. Унда йәшәйешебеҙҙең ысынбарлығы көҙгөләге кеүек сағыла. Әлеге фестиваль кеүек сара театр хәрәкәтенең йылдам үҫешә бик шәп йоғонто яһай. Был сара мәлендә Башҡортостандың «халыҡ» һәм «өлгөлө» үҙешмәкәр театр коллективтары ағзалары менән аралашыу ҙа күңелдә тик яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Районыбыҙҙа  халыҡтың ошо сәнғәт төрө менән ҡыҙыҡһыныуына ла ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Изге йолаға әйләнгән   фестивалдең һөнәри кимәле арта бара, унда ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл күбәйә. Күңелдәрен, оҫталыҡтарын һалып ролдәрен башҡарған һәүәҫкәрҙәргә рәхмәт. Беҙҙең “Позитив” тың  призлы урын  яулауы лайыҡлы, - тип һөйләне режиссер Марина Букарева.  

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: