Йәйғор
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь , 13:39

Рухы ныҡ балалар

Уҡыу йылы тамамланған осорҙа һәр мәктәптә йомғаҡлау эштәре бара. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр ҙә йыл буйына алған белемдәренең һөҙөмтәһен барлай. Тренер-уҡытыусы Зәйнәп Бәҙретдинова спорт һөйөүсе йәш дуҫтарынан үтә лә ҡәнәғәт

Рухы ныҡ балалар
Рухы ныҡ балалар

Уҡыу йылы тамамланған осорҙа һәр мәктәптә йомғаҡлау эштәре бара. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр ҙә йыл буйына алған белемдәренең һөҙөмтәһен барлай. Тренер-уҡытыусы Зәйнәп Бәҙретдинова спорт һөйөүсе йәш дуҫтарынан үтә лә ҡәнәғәт. Уның һөйөнөсө ҙур, балаларҙың ата-әсәләре менән бергә шатлана, бергә көйөнә лә белә.

– Сәләмәтлеге сикләнгән булыуына ҡарамаҫтан, был балалар үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. Уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса Артем Пикалов, Яна Ибәтуллина 1-се, Софья Федорова 2-се урын яуланы. Шашка һәм дартс буйынса республикала үткән ярыштарҙа ҡатнашҡан уҡыусыларым призлы урындарға лайыҡ булып, талантлы балалар иҫәбенә индерелде, – ти адаптик физик культура буйынса тренер-уҡытыусы Зәйнәп Бәҙретдинова.

– Зәйнәп Ғәҙәүи ҡыҙы һәр баланы үҙенекеләй яҡын күреп, яратып, уларға кәрәкле һүҙен дә таба. Уның йөҙөндә нур, күҙҙәрендә бәхет сатҡылары сағыла, шул нур сатҡылары менән балаларҙың да күңелен күтәрә, уларға шатлыҡ өләшә, – ти уға рәхмәтле булған ата-әсәләр. 

Адаптик физик культура бүлегенә йөрөгән, уңыштарға өлгәшкән, республика ярыштарында ҡатнашҡан балаларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата сертификаттар ҙа тапшырылды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в