Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2022, 13:33

Ил башлығы бүләгенә лайыҡ

Иглин үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре президент Путиндың юғары бүләгенә лайыҡ булды. Улар араһында поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Светлана Корнилаева ла бар. 

Ил башлығы бүләгенә лайыҡ
Ил башлығы бүләгенә лайыҡ

Иглин районынан ошо көндәрҙә биш медицина хеҙмәткәре юғары профессионаллек, яңы коронавирус инфекцияһы эпидемияһы осоронда медицина ярҙамы ойоштороуҙағы ҡаҙаныштары өсөн юғары бүләккә лайыҡ булды. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Радмир Сәүбәнов, баш шәфҡәт туташы Лилиә Хужина, балалар педиатрия бүлеге мөҙире Игорь Затевахин Лука Крымский миҙалы, поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Светлана Корнилаева ил башлығының Маҡтау ҡағыҙы, ә Кәлтә ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөҙире Надежда Абрамова президенттың Рәхмәте менән бүләкләнделәр.

Светлана Павловна был вазифала һигеҙ йылдан ашыу эшләй. Көн һайын өлкән шәфҡәт туташы кесе һәм урта медицина персоналының эшен, эске тәртип ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тота. Шулай уҡ уның вазифаһына кадрҙар эше лә ингән. Поликлиникала эшләгән һәр хеҙмәткәр, табиптарға килгән һәр пациент Светлана Павловнаның күҙгә сағылмаған хәстәре менән солғанған.

Автор:Сиринә Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: