+11 °С
Болотло
Кисә, 23 июндә, «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған был проектта бөтәһе 1537 ауыл ҡатнашты.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса, 12 еңеүсе раҫланды. Улар араһында Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы ла бар. Ләмәҙҙәр «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында өсөнсө урын алды һәм 2,5 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Республика конкурсының бүләк фонды – 40 миллион һум Номинацияларҙа еңгәндәргә бирелгән сумма ауылдарҙың ҙурлығына ҡарап айырыла.