Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2022, 09:39

Халыҡ йолаларын тергеҙеп

Иглин районы Меңйетәр ауылында «Ҡарға бутҡаһы» республика байрамы үтте. Сарала ун өс район һәм ҡала вәкилдәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар балалары, ейәнсәрҙәре, ейәндәре менән килде

Халыҡ йолаларын тергеҙеп
Халыҡ йолаларын тергеҙеп

«Ҡарға бутҡаһы» – башҡорт һәм татарҙарҙың иң популяр яҙғы байрамдарының береһе.

Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта тип иҫәпләгән. Шуға улар хөрмәтенә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторғандар. Элегерәк уны яҙғы-баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар, сөнки байрамдың маҡсаты уңыш мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ауҙарыуға ҡайтып ҡалған.

Быйыл был байрамды республика күләмендә Меңйетәр ауылында үткәрергә булдылар. Сараны ойоштороусылар –  республиканың «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге, Иглин районы мәҙәниәт бүлеге.

Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова сәләмләне, байрам менән ҡотланы, күңелле ял теләне.

Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәүеф Кәлимуллин ҡунаҡтарҙы Меңйетәр ауылы тарихы менән таныштырҙы.

Меңйетәр мәҙәниәт йортоноң «Аҡ тирмә» өлгөлө башҡорт фольклор коллективы (етәксеһе Л. Ғәлимйәнова) «Ҡарға бутҡаһы» йолаһын күрһәтте.

Ҡунаҡтарҙы сығыштары менән «Хәтирә» башҡорт халыҡ ансамбле (етәксеһе З. А. Камалова) (Ҡарамалы мәҙәниәт йорто). Улар башҡорт йолалары «Бирнә» һәм «Кейеҙ баҫыу» йолаларын сәхнәләштерҙе.

Байрам башынан алып аҙағына тиклем йыр-моң, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Иглин үҙешмәкәр артистары һәм килгән ҡунаҡтар сәхнәлә бер береһен алмаштырып ҡына торҙо.

Ҡаҙанда бутҡа бешкән арала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа төрлө милли уйындар уйнаны, үҙ-ара көс һынашты.

Турбаслы ауылынан Ғәбиҙә Вәлиева тамбур менән сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шул уҡ ваҡытта мәктәп эсендә

«ХХI быуат башында балаларҙы тәрбиәләүҙә традицияларҙы, халыҡ педагогикаһын һаҡлау, үҫтереү һәм ҡулланыу» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә өләсәйҙәрҙең роле тураһында һөйләште.

– Бындай сараларҙы үткәрергә кәрәк, – тине республиканың «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, байрамға йомғаҡ яһап. – Ул халыҡ йолаларын тергеҙеүгә булышлыҡ итә, улай ғына түгел, ауыл кешеләре араһында бәйләнеште нығыта.

Ул арала хуш еҫле бутҡа ла бешеп сыҡты. Бөтәһе лә табын артына ултырышты. Сарала ҡатнашыусылар йола буйынса, мул уңыш теләп, ҡалған бутҡаны ҡоштарға ҡалдырҙылар.

Автор:Сиринә Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: