Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2022, 11:10

Халыҡта июлде “йəшенле ай” тип тə йөрөтəлəр

Был айҙа төрлө емеш-елəк: ҡарағат, ҡурай елəге, сейə өлгөрə. Аҡ бəшмəк, уҫаҡ һəм ҡайын бəшмəге тап ошо айҙа үҫə

Халыҡта июлде “йəшенле ай” тип тə йөрөтəлəр
Халыҡта июлде “йəшенле ай” тип тə йөрөтəлəр

Йәйҙең икенсе айы - июлдә көн оҙонлоғо ҡыҫҡара бара, ə һауа температураһы көндəн-көн күтəрелə. Əленəн-əле йəшенле ҡойма ямғырҙар яуып тора. Шуға ла халыҡта июлде “йəшенле ай” тип тə йөрөтəлəр.

Был айҙа төрлө емеш-елəк: ҡарағат, ҡурай елəге, сейə өлгөрə. Аҡ бəшмəк, уҫаҡ һəм ҡайын бəшмəге тап ошо айҙа үҫə.

Июлдə ҡорттар иң күп балды йыя. Сөнки был айҙа иң баллы ағас — йүкə — сəскəгə төрөнə. Башҡа баллы ҡырағай үҫемлектəр: айыу ҡурайы, ҡандала үлəне, көнбағыш сəскə ата.

 

Июль айы

 Йәйге селлә тигәндәре
 Июль айында була.
 Аҡландар мәтрүшкә еҫе,
 Бал еҫе менән тула.
Баҡсала үҫкән көнбағыш
 Ҡояшҡа оҡшап тора,
 Һары керпектәрен асып,
 Яҡтыға башын бора.
Ҡырмыҫҡалар ҡанатланып
 Осоп йөрөй бер көндө.
 Ямғырҙы көтөп, бәшмәктәр
 Зонтиктарын бөркәнде.
Сәскәләрҙән күҙ ҡамаша,
 Ҡыҙҙар йыя гөлләмә.
 Июль айы гүзәллекте
 Бүләк итә йәлләмәй.

Автор:Гөлнур Яҡупова
Читайте нас: