Йәйғор
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль , 14:12

Хәүефһеҙлек хаҡына

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәттең ҡырҡа үҙгәреүе күптәребеҙҙе хәүефкә һәм борсоуға һала. Уҙған йыл үҙенең үтә ҡоро килеүе, бөтмәҫ – төкәнмәҫ янғындары менән айырылып торһа, быйылғы йыл, киреһенсә, ҡойма ямғырҙары, хатта йәй уртаһында йылғаларҙың ташыуы менән үҙенсәлекле. Дауылдарҙың күбәйеүе, йәшендәрҙең йышайыуы ла осраҡлы түгел. Кешелектең тәбиғәткә кире йоғонтоһо ошо рәүештә үҙ һөҙөмтәһен бирә

Хәүефһеҙлек хаҡына
Хәүефһеҙлек хаҡына

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәттең ҡырҡа үҙгәреүе күптәребеҙҙе хәүефкә һәм борсоуға һала. Уҙған йыл үҙенең үтә ҡоро килеүе, бөтмәҫ – төкәнмәҫ янғындары менән айырылып торһа, быйылғы йыл, киреһенсә, ҡойма ямғырҙары, хатта йәй уртаһында йылғаларҙың ташыуы менән үҙенсәлекле. Дауылдарҙың күбәйеүе, йәшендәрҙең йышайыуы ла осраҡлы түгел. Кешелектең тәбиғәткә кире йоғонтоһо ошо рәүештә үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Халыҡ өсөн хәүефле бәлә - ҡазаларҙың береһе булған янғындар менән көрәшеү өсөн Башҡортостан хөкүмәте эҙмә – эҙлекле саралар күрә. Нуриман районының ҙур ауылдарында ете ирекле янғын һүндереү командаһы барлыҡҡа килеүе ошо хаҡта һөйләй. Улар ҡарамағында биш махсус ут һүндереү машинаһы һәм тағылмалы дүрт ЛКТ - 4П цистернаһы бар. Ирекле янғын һүндереүселәрҙең бурысы – төп көстәр килеп еткәнсе ут менән көрәшеүҙе ойоштороу, уның таралыуына юл ҡуймау. Был команда ағзалары шулай уҡ төрлө авариялар ваҡытында һәм һыу баҫҡанда ҡотҡарыу эштәренә лә йәлеп ителә. Ирекле янғын һүндереүселәр үҙҙәренең әҙерлеге буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә яҡын тора.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан республикаһының янғынға ҡаршы тороу дәүләт комитеты тарафынан райондың ут менән көрәшеүселәренә махсус кейемдәр тапшырылды. Комплектҡа  шлем – каска, куртка, салбар, аяҡ кейеме һәм бирсәткәләр инә. Махсус кейем янғын һүндереүселәрҙең тәнен зарарлы һәм хәүефле матдәләрҙән, юғары температуранан, ялҡындан һаҡлай. Ул 40 градус эҫенән алып 40 градус һалҡынға тиклемге шарттарҙа эшләргә мөмкинселек бирә.

Ғалимдар фаразлауынса, тәбиғәттең ҡырҡа үҙгәреүе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең йышайыуына килтерәсәк, шуға ла хәүефһеҙлек тураһында хәстәрлекте ваҡытында күреү мотлаҡ.

Автор:Ринат Биктимиров. Нуриман районы.
Читайте нас в