+25 °С
Болотло
2022 йылдың аҙағына тиклем районда инвесторҙар ярҙамы менән автомобилдәргә газ тултырыу компрессорлы ике станцияның сафҡа индерелеүе көтөлә.
Улар федераль М-5 «Урал» автомобиль юлы буйындағы Жуков һәм Кириллов ауыл хакимиәттәре биләмәләрендә төҙөләсәк. Был эштәр тәбиғи газды яғыулыҡ булараҡ файҙаланыу күләмен һәм республикала автомобилдәргә газ тултырыу компрессорлы станцияһы селтәрен арттырыуға булышлыҡ итәсәк.