Йәйғор
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль , 11:05

Таҙалыҡ яҡлы уҡыусылар

Өфө районы Миловка мәктәбенең беренсе класс уҡыусылары бер командаға тупланып, юғарыла телгә алынған проектта әүҙем ҡатнашып, пластик ҡапҡастар йыйыу буйынса үткән конкурста III дәрәжәле дипломға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды

Таҙалыҡ яҡлы уҡыусылар
Таҙалыҡ яҡлы уҡыусылар

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы  “Таҙа Өфө” коммерция булмаған автоном ойошма менән берлектә  “Башҡортостандың ЭКО йөрәге” социаль экологик проекттар конкурсына һығымта яһаны.

Өфө районы Миловка мәктәбенең беренсе класс уҡыусылары бер командаға тупланып, юғарыла телгә алынған проектта әүҙем ҡатнашып, пластик ҡапҡастар йыйыу буйынса үткән конкурста III дәрәжәле дипломға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Донъяны экологик яҡтан таҙа итеүгә күп көс түккән балалар  36 000 дана йәки 72 кг пластик ҡапҡастарҙы йыйып, яңынан эшкәртеүгә тапшырҙы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в