Йәйғор
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль , 09:05

Йәш уҡсылар мәргәнлектә көс һынашты

Иглин районы Ивано-Казанка ауылы янында йәйәнән традицион уҡ атыу буйынса «Уғатар» республика балалар фестивале үтте. Ярыштар эшҡыуар Фәнис Хәлиловтың түмәр умарталығында  ойошторолдо

Йәш уҡсылар мәргәнлектә көс һынашты
Йәш уҡсылар мәргәнлектә көс һынашты

Бәйгенең маҡсаты: милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, төрлө милләт уҡсыларын берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Фестивалдә Ауырғазы, Әбйәлил, Ишембай, Балаҡатай, Салауат, Ейәнсура, Учалы, Бөрйән, Өфө, Иглин райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы, Сибай һәм Ишембай ҡалаларынан 7 йәштән алып 17 гә тиклемге йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Иглин районы данын Наҙгөл Ибәтова һәм Радмир Миәссәров яҡланы. Уларҙы мәргән атырға район мәҙәниәт йортоноң ҡуйыусы режиссеры Гөлшат Ибәтова әҙерләне.

Ҡунаҡтарҙы Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова һәм республиканың ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге аппараты етәксе Валерий Олейник сәләмләне.

Бәйгесәләр фестивалгә тарихи костюмдарҙа килгән. Уның эсенә баш, аяҡ, өҫкө кейемдәр, ҡайыш, күлдәк, ыштан, шулай уҡ өҫтәмә аксессуарҙар кергән. Һәр костюм тарихҡа нигеҙләнеп тегелгән.

Ҡатнашыусыларҙа төрлө спорт ҡоралдары. Бында башҡорт, төрөк, венгр, татар һәм башҡа уҡтарҙы күрергә мөмкин ине.

Бәйгеселәр ете этап үтте: «Төрөк путаһы», «Мәргән», «Тере һыу», «Һунар», «Түмәр», «Даға», «Баҫҡыс». Судьялар ҡатнашыусыларҙың мәргәнлеген генә түгел, ә милли кейемдәрен дә баһаланылар.

– Был балалар беҙгә ышаныслы алмаш буласаҡ, – тине «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин. – Аҙыраҡ үҫә төшкәс, улар беҙҙең республика данын бөтә ил,  халыҡара турнирҙарҙа яҡлаясаҡ.

Бәйгелә еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Бындай бәйгелә беренсе тапҡыр ҡатнашыусы Иглин уҡсылары юғары урындар яуламаһа ла үҙҙәренең сығышынан бик ҡәнәғәт. Киләһе ярыштарҙа йәш спортсыларыбыҙ үҙҙәрен күрһәтерҙәр әле.

Йәш уҡсылар мәргәнлектә көс һынашты
Йәш уҡсылар мәргәнлектә көс һынашты
Автор:Сиринә Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас в