Йәйғор
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль , 10:37

Бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән

Быйылғы йәйҙә һауа торошо ла йыш үҙгәреп тора. Эҫе көндө йәшенле, дауыллы, ямғырлы көндәрҙең алмаштырыуы ла күҙәтелә

Быйылғы йәйҙә һауа торошо ла йыш үҙгәреп тора. Эҫе көндө йәшенле, дауыллы, ямғырлы көндәрҙең алмаштырыуы ла күҙәтелә.
Өфө ҡалаһының Һупайлы биҫтәһе ҡаршыһындағы Ҡариҙел йылғаһының һул яҡ ярында ял иткән ҡатын йәшендән фажиғәле һәләк булған. Ҡариҙел буйында булған фажиғәгә ял итеүселәр битараф ҡала алмаған. Улар тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. Фажиғә урынына килгән аҡ халатлыларға үлем осрағын теркәргә генә ҡалған.
-Әгәр ҙә йәшен ваҡытында һыуҙа булһағыҙ, тиҙ арала унан сығырға кәрәк. Шулай уҡ яңғыҙ ағас янына бармағыҙ, мөмкин булһа бина йәки машина эсенә инеп бикләнегеҙ. Янығыҙҙа булған кеҫә телефондарын һүндерегеҙ, эт йәки бесәй янығыҙҙа булһа, уларҙы үҙегеҙҙән йырағыраҡ ҡыуып ебәрегеҙ,-тип иҫкәртә белгестәр.

Автор:Лира Батыргариева.
Читайте нас в