Йәйғор
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль , 11:53

Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт республика автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов билдәләүенсә, Өфө-Бөрө-Яңауыл юлы 13 проблемалы йүнәлешле юлдар иҫәбенә инә.

Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!
Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!

Йыл башынан Благовещен районында 300 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Ошо осорҙа йәрәхәтләнгән 28 кешенең 11-е бала, ә үлеп ҡалған туғыҙ кешенең берәүһе бәлиғ булмаған бала булған. 2021 йылда 639 юл-транспорт ваҡиғаһында 42 оло, 14 бала кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған, һигеҙ кеше үлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Благовещен бүлеге инспекторы Наталья Плюснина әйтеүенсә, Өфө-Яңауыл трассаһының 47 саҡрымындағы Благовещен-Павловка юлы сатында булған авариялар йыш теркәлә. «Kia Picanto» менән КамАЗ йөк машинаһы бәрелешкәндә еңел машина руле артындағы ҡатын һәләк була. Юл сатынан һулға боролған ерҙә руль артында булған ҡатын йөк машинаһына юл бирмәй, ҡот осҡос хәл килтереп сығара.
Ошо уҡ трассаның 71-74 саҡрымында ла ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә. Юл хәрәкәте режимын үтәмәгән водителдәр арҡаһында күпме кеше тән йәрәхәттәре ала, уларҙың ғүмере өҙөлә. Өс машина Mitsubishi Pajero, Daewoo Nexia һәм ГАЗель бәрелешеп, ГАЗелдә булғандарҙың өсәүһе яраланһа, Daewoo Nexia машинаһының водителе һәләк була.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт республика автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов билдәләүенсә, Өфө-Бөрө-Яңауыл юлы 13 проблемалы йүнәлешле юлдар иҫәбенә инә. Көн дә тиерлек юл-транспорт ваҡиғаларында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында борсоулы яңылыҡ ишетеп торабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәр, һылыу ҡыҙҙар, яңы ғына йәшәй башлаған балалар һәләк була. Һәр үлемесле тамамланған авария артында селпәрәмә килгән яҙмыштар, берәүҙең берҙән-беренең өҙөлгән ғүмере тора. Шуға ла юлдарҙа кешеләрҙең үлем осрағының кәмеүен теләп, бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы ла була беләйек!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в