Йәйғор
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль , 09:26

Һаулығың ныҡ булһын!

Нуриман үҙәк район дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы заманса видеогастроскоплы булды. Уның хаҡы 9,2 миллион  һумдан ашыу тәшкил итә

Һаулығың ныҡ булһын!
Һаулығың ныҡ булһын!

Ауырыуҙың яҡшыһы, яманы юҡтыр, барыһы ла берҙәй насар. Баш ауыртыуына ла, теш һыҙлауына ла түҙеүе ҡыйын. Әҙ генә һалҡын алдырып ауырыһаң да, ҡасан ғына йүнәләм инде, тип теләйһең.  

Төбәгебеҙҙә Хөкүмәтебеҙ тарафынан халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында ашҡаҙан - эсәк сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса ҙур иғтибар бүленгәне лә мәғлүм.   

Нуриман үҙәк район дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы заманса видеогастроскоплы булды. Уның хаҡы 9,2 миллион  һумдан ашыу тәшкил итә . Халыҡтың һаулығын ҡайғыртҡан бындай сараларҙың  барыһы ла ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуйып, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтергә булышлыҡ итә.

 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в