Йәйғор
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль , 14:58

Еләк артынан Шишмәгә кил!

«Шишмә йәшелсә-емеш питомнигы» нда июнь аҙағында башланған еләк йыйыу сезоны ошо көндәрҙә тамамланды.  

Еләк артынан Шишмәгә кил!
Еләк артынан Шишмәгә кил!

Яҙ айында һәм йәй башында үткән ҡырауҙар, көслө ямғырҙар буласаҡ уңышҡа кире йоғонто яһамай ҡалмаған. Шул сәбәпле көткән уңыш та әҙерәк булған. Бер өҙлөкһөҙ яуған ҡойма ямғырҙар еләк баҫыуҙарын үҙ ваҡытында утарға ҡамасаулаған, шуға еләк тә һуңыраҡ өлгөргән. 

         40 гектар майҙанда урынлашҡан еләк баҫыуҙарының 32 гектарында «Румба», «Джоли», «Элеганс», «Флоренция», «Кабрила», «Монтерей», «Мурано» тигән ремонтант сорттар үҫтерелә. Мульча пленка ҡапланған, тамсылап һыу һибелгән баҫыуҙарҙа үҫкән еләкте питомниктың үҙ эшселәре һәм ваҡытлыса эшкә урынлашҡан 60-лап кеше йыйған.  

Экологик яҡтан таҙа, химия менән эшкәртелмәгән еләк йыйыу өсөн бында халыҡ та күпләп килгән. Был татлы емеште һатыу Шишмә, Дәүләкән райондарында, Өфөлә, питомник янындағы киоскта, Шишмәләге автолавкаларҙа ла ойошторолған.  

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в