+25 °С
Болотло
Благовещендың «Фабрик Продакшн» компанияһы шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары - шампунь, гелдәр, ванна өсөн тоҙҙар етештереүҙе яйға һалды.
Былтырғы йылдың март айында Благовещен район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралып, хуплау тапҡан был проект «Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә яңы резидент итеп теркәлде.
60 кешегә эш урындары булдырылған был предприятие бөгөн социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә йылдам эшләй. Башҡортостандың Благовещен ерендә етештерелгән был продукцияны хәҙер Рәсәй, Ҡаҙағстан, Беларуссияла һатып алырға мөмкин.