-Мәсет асылыу төбәктә рухи ҡиммәттәрҙе нығытырға, халыҡты, айырыуса йәш быуын вәкилдәрен –йәштәрҙе иманлы,рухлы һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк. Иман йортоноң ишектәре һәр саҡ асыҡ булһын: йома намаҙҙары, дини байрамдар, яңы тыуған балаға исем ҡуштырыу, йәштәргә никах уҡыу изге йортҡа килеүселәрҙе бергә туплаһын, -тине үҙ телмәрендә Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин. Тантанаға ҡыуанып килгән оло ҡунаҡ мәсетте төҙөүгә ҙур өлөш индереүселәргә рәхмәт хаттары һәм миҙалдар тапшырҙы.
Йәмле йәйҙең ҡояшлы көнөндә асылған мәсет үҙенә тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итте. Бар донъяны нурландырып аҙан тауышы яңғыраны, диндарҙарға эйәреп халыҡ намаҙ уҡыны, ризыҡ-ниғмәттәргә бай табын артында улар кинәнеп һыйланды һәм күңеле булғансы аралашты.