Йәйғор
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август , 20:30

Ауылдаштар байрам итте

Шишмә районының Ҡаранйылға ауылы яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы

Ауылдаштар байрам итте
Ауылдаштар байрам итте

Ғәзиздәрҙән ғәзиз тыуған ерен һағынып ҡайтҡан кешеләр ауылының матур, бөхтә урамдарына, ауылдаштарының етеш тормошона, йыйыштырылған кәртә-ҡураһына һоҡланып үтте, оло йәштәгеләр хәтирәләргә бирелһә, ә йәш – елкенсәк байрам тамашаһына ашыҡты. Хеҙмәт һөйөүсәнлеге, тырышлығы, уңғанлығы, асыҡ күңеллелеге менән айырылып торған халыҡ был байрам көндө лә бер – береһе менән ихлас аралашты, йыр-моң тыңланы, мул табын артында гөрләште.

-Ауылдағы 95 йортта 138 кеше йыл әйләнәһенә йәшәһә, тәбиғәте менән үҙенә тартып торған Ҡаранйылғаға ҡырҡ кеше йәмле йәйҙә генә ҡайтып китә икән. Йәшәү өсөн барса уңайлы шарттар ҙа бар – газ, ут үткән, һыу үткән. Мал-тыуар аҫрағандар һөттән айырылмай, көтөүен көтә, мал аҙығын да әҙерләй. Ауылда булған инвестор пайсыларҙы ашлыҡ фуражы, һалам менән тәьмин итә, эш хаҡын да ваҡытында түләй. Өфөгә яҡын булғас балалар, туғандар, ейәндәр ҙә беҙҙе үҙенең иғтибарынан башҡа ҡалдырмай.  Бергә үҫкән, уҡыған, ошо ауылда тыуып үҫкән яҡын кешеләребеҙ менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булыу беҙҙе яңы эштәргә әйҙәй, уларҙы үтәп сығырға көс тә бирә, -тип һөйләне ауыл старостаһы Зөлфиә Рәхимова.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас в